Күреү һәләтен бүләк итеүсе

Күреү һәләтен бүләк итеүсе

Көнбайыш илдәренең Рәсәйгә ҡарата индергән санкцияларынан, тәү сиратта, шул илдәрҙә йәшәүселәр ыҙа сигә. Уларҙың араһында бәләкәй сабыйҙар булыуы айырыуса борсоулы. Был Польшанан килеп Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә ҡыҙын дауалаусы әсә һүҙҙәре. Күренекле табип Эрнст Мулдашев операция эшләгәндән һуң тыумыштан бөтөнләй күрмәгәндәр күрә башлай. Ләйсән Тимербулатова дауам итә. 4 йәшлек Мария Годаваның яҡтыға күҙе ауыртып мыжый башлауын әсәһе сикһеҙ шатланып ҡабул итә. Табиптар сабыйға тыумыштан күҙ нервыларының гепоплазияһы диагнозын ҡуя. Нервылары үҫешмәгән, бала тома һуҡыр, Польша табиптары ярҙам итә алмай. Таныштары аша Эрнст Мулдашев үҙәге тураһында ишетеп улар 1919 йылда Өфөгә тәүге операцияға килә. Операциянан һуң өс аҙна үткәс йәш ярымлыҡ Мария тормошонда тәүге тапҡыр әсәһенең йөҙөн күрә. Ә 6 йәшлек Надя Милявска күҙенә өсөнсө операцияны үткәргән. Бер йыл элек дауаланып ҡайтҡандан һуң төҫлө уйынсыҡтар менән уйнарға, һүрәттәр төшөрөргә, конструкторҙан һындар йыйырға ярата, ти әсәһе. Ә иң ҡыуаныслыһы – ҡыҙҙың алыҫтағы әйберҙәре лә күрә башлауы. Рәсәйгә ҡарата индерелгән ҡаты санкциялар арҡаһында көнбайыш илдәренең үҙ граждандары, бигерәк тә сирле сабыйҙар ыҙа сигә. Бер ай эсендә генә бар рәсми ҡағыҙҙарҙы туплап, Мәскәү аша самолетта ғына килеп-ҡайтып йөрөгән пациенттарға хәҙер әҙерлек өсөн өсәр ай ваҡыт кәрәк. Ә юл ғазаптарын әйтеп тораһы ла юҡ, ти Каролина Курочицка. Ул 16 йәшлек ҡыҙы Ноэмины алып килгән. Бөйөк Британияла йәшәүсе ҡатын эргә-тирәләге илдән күҙ нервылары гепоплазияһы диагнозы менән сабыйҙарҙы туплап Өфөгә операцияға килергә ярҙам итә. Донъяның 90 иленән пациенттар Эрнст Мулдашев үҙәгенә дауаланырға килә. Үҙ илдәренең рәсәйгә ҡарата индергән санкциялары ла уларҙы сикләй алмай. Күрә башлаған ҡыҙ һәм малайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр мөғжизәле операция тураһында бар тарафтарға мәғлүмәт тарата. Сабыйҙар артабан иленә файҙалы шәхестәр булып үҫә. Мәҫәлән, үҙәк пациенты, Белоруссиянан Дмитрий Грудовенко өҙҙөрөп баянда уйнай.