Юл фажиғәһе ҡорбандары

Юл фажиғәһе ҡорбандары

Благовар районында бөгөн юл фажиғәһендә һәләк булған биш кеше ерләнә. Бер кеше Өфө районында ер ҡуйынына тапшырыласаҡ. 25 июль Благовар районында Языкованан Өфөгә юлланған Форд Транзит юл ситендә торған Камазға барып бәрелгәйне. Автобуста барлығы 20-гән кеше булған. Йөк машинаһы трасса буйында юл эштәре өсөн туҡтаған булған. Аварияла 6 кешенең ғүмере өҙөлдө, 13 пассажир тән йәрәхәттәре алды. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика башлығы Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, Благовар районы хаакимиәте башлығына уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушҡайны.