Башҡортостан хөкүмәте һәм төҙөлөш ойошмаһы араһында ҡабул ителгән килешеүгә ярашлы, республикала алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары тергеҙелде. Фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы Дим биҫтәһенең заманса ихаталарында үтте. 12 йыл элек Лариса Вәхитованың әсәһе бер бүлмәле фатир һатып ала. Әммә уларҙы төҙөлөш ойошмаһы алдай. Ғаиләгә оҙаҡ йылдар суд тупһаһын тапарға тура килә. Уҙған йылда ҡатындың әсәһе торлағын көтә алмайынса вафат була. Башҡортостан хөкүмәте һәм Ағиҙел-ИнвестСтрой компанияһы араһында төҙөлгән инвестиция проектына ярашлы, был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителә. Компания алданған 10 өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙҙе. Программа буйынса, сентябрҙә тағы ла 14 кеше фатир асҡыстарын алыр, тип көтөлә. Уларҙың ҡайһы берҙәре 15 йылдан ашыу торлаҡһыҙ интегә. Башҡортостанда 7 меңдән ашыу алданған өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелгән. Әле уларҙың һаны 3 меңдән ашыуыраҡ. Инвестиция проектына ярашлы, тиҙҙән ҡалғандары ла фатир асҡыстары аласаҡ.Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан етәкселеге ҡуйған бурыстарға ярашлы, 2023 йыл аҙағына республикала алданған өлөшсөләр ҡалмаҫҡа тейеш. Әле төбәктә санкцияларға ҡарамаҫтан, йылдам төҙөлөш эштәре бара. Бынан ары бындай граждандар булмаясаҡ та, сөнки, төҙөлөш өсөн аҡса банкттарҙың эскроу-иҫәбендә һаҡлана. Компаниялар уны йорттарҙы төҙөп бөткәс кенә алырға хоҡуҡлы.
Өфөлә тағы ла алданған 4 өлөшсө фатирлы булды
Өфөлә тағы ла алданған 4 өлөшсө фатирлы булды