Өфөлә Пугачев урамын төҙөкләндереүгә ябыу водителдәр өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы тиерлек. Быға, әлбиттә, алдан әҙерлек эштәре булышлыҡ итте. Кузнецов Затоны аша урау юл да һалынды. Тиҙҙән биҫтә башҡалабыҙҙың күркәм урындарының береһенә әйләнер, тип көтөлә. Хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова ла шундай уҡ фекерҙә. Пугачев урамы ябылды. Бетон блоктар теҙеп ултыртылды. Нуғай шоссеһынан транспорт хәҙер Бородин урамына боролоп китә. 3 саҡырымдан ашыу яңы юл Кузнецов Зотанын урап сыға. Өфөгә Бородин, Һынаусылар һәм Геофизиктар урамдары аша инергә мөмкин. Йәмәғәт транспорты өсөн 3 туҡталыш ҡаралған. Ә бына Пугачев урамында йәшәүселәргә юл ябылғандың беренсе көнөндә үк уңайҙыҙлыҡтар барлыҡҡа килде. Гөлнара Тришина һәм Оксана Босых күршеләр, шәхси йортта йәшәйҙәр. Нуғай шоссеһынан һул яҡта Пугачев урамы һуҙылып китә. Әле ошо урамға элекке инеү юлы ябылған, бының өсөн күпер аша сығып кире боролорға кәрәк. Элекке инеү урынында ремонт эштәре бара.Пугачев урамында байтаҡ ойошмалар эшләй һәм улар ҙа үҙҙәренең борсолоуҙарын белдерә. Эш урындарына инеү өсөн альтернатив варианттар ҙа тәҡдим итә. Радий Хәбиров эш сәфәре ваҡытында юл төҙөлөшө менән танышты, эшселәр менән аралашты. Башта уңайһыҙлыҡтар, әлбиттә, булыуы ихтимал, тип билдәләне.Пугачев урамында хәрәкәт туҡтатылғас та эшсе машиналар килеп ултырҙы һәм асфальт түшәмен аҡтара башланы. Быйыл коммуникациялар һалынһа, киләһе йыл юл һалыу башлана. Планға ярашлы, төҙөкләндереү 2024 йылдың 30-сы июненә тиклем дауам итәсәк.
Урам ябылды, тығындар юҡ
Урам ябылды, тығындар юҡ