Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһында ҡатнашырға саҡыралар Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.Акция 31 августҡа тиклем дауам итә. Әйберҙәр район-ара “Ғаилә” үҙәктәрендә һәм уның район-ҡалаларҙағы бүлексәләрендә ҡабул ителә. Августа хәйриә ярҙамы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәрендә иҫәптә торған ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Йылдан-йыл акцияла ҡатнашыусылар һаны арта бара. Уға хатта дәүләт учреждениелары, район һәм ҡала хакимиәттәре лә ҡушыла. Былтыр аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 11 мең 568 балаға 13 миллион һумлыҡ хәйриә ярҙамы күрһәтелгән. Быйыл уның бер өлөшө беҙҙең республикаға Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан күсеп килгән балаларға ла биреләсәк.