Өфөлә 28 йәшлек ҡыҙ ғәйебе менән ҡатын һәм бәләкәй сабый һәләк булды

Өфөлә 28 йәшлек ҡыҙ ғәйебе менән ҡатын һәм бәләкәй сабый һәләк булды

Ул руль артында балаһын ашатҡанда уяулығын юғалта һәм юлды билдәләнгән урындан сығыусы ҡатын менән сабыйҙың өҫтөнә килеп менә. Һуңынан инде педалдәрҙе бутап газға баҫа. Ҡатыны менән биш йәшлек сабыйын юғалтҡан ирҙең хәлен аңларға була.Фажиғәне тикшереүҙе прокуратура күҙәтеүгә алды. Республика прокуроры Игорь Пантюшин ҡушыуы буйынса республика автомобилдә йөрөргә өйрәткән мәктәптәр, шулай уҡ пассажирҙар ташыусы ойошмаларға лицензиялар биреүҙең законлығы тикшереләсәк. Республикала көн һайын тиерлек кеше үлеменә килтергән ҡот осҡос авариялар теркәлә.