Суд үҙ ҡарарын иғлан итте

Суд үҙ ҡарарын иғлан итте

Благовар районындағы юл-транспорт фажиғәһендә ғәйепләнеүсе водитель 2 айға изоляторға ябылды. Ғәйепле тип танылған осраҡта уны 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Район халҡы ҡотосҡос фажиғәләлә һәләк булыусыларҙы һуңғы юлға оҙатты. Матәм сараһынан хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева репортажы. 20 йәшлек кенә ҡыҙын юғалтыуҙан әсә әсенеп күҙ йәштәрен түгә. Әҙ генә ситтәрәк ике кескәй балаһы менән ҡатынын ҡалдырып фани донъя менән хушлашҡан иргә доға ҡылалар. Языков ауылының зыяратында бер көндө ерләнгән йәш ҡыҙ менән ир уҙамандың ғүмерҙәре лә бер юлы өҙөлгән: улар икеһе лә Благовар районында булған ҡот осҡос авария ҡорбандары. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 июлдә Языкованан Өфөгә юлланған Форд транзит юл ситендә торған Камазға барып бәрелеү сәбәпле алты кешенең ғүмере өҙөлгәйне, 17 пассажир йәрәхәтләнде. Маршрут водителе үҙе иҫән ҡалған, тик ни өсөн трасса буйында туҡтап торған йөк машинаһын күрмәүен аңлата алмай.Әммә үҙ ғәйебен таныны һәм ысын күңелдән үкенеүен белдерҙе. Йәш водителдең яҡындары ла ҡот осҡос фажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерә һәм Азатты тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай. Яҡындары ғәйепләнеүсене тәжрибәле водитель тип таныһа ла, Благовар район-ара судында барған тыңлауҙарҙа Азат Сәфәрғәлиевтың юл хәрәкәте хәүефһелеге ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпле илленән ашыу административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы хаҡында хәбәр итте. Әле инде уға ҡарата енәйәт эше асылған. Тикшереү эштәре барғансы, Азат Сәфәрғәлиев суд ҡарары менән ике айға Өфө тәфтиш изоляторына урынлаштырыла. Әгәр ҙә суд ғәйепле тип таныһа, уны ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Ул эшләгән Өфө-лайн команияһы әлегә был ваҡиға буйынса аңлатма бирмәй. Языковола ошо компания вәкилдәре менән аралашырға теләгәйнек тә, тик водитель һөйләшеүҙән баш тартты һәм Газель ваҡытынан алда Өфөгә юлланды.Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара коммисия ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, Благовар районында аварияға осраған Форт Транзит тиҙлеген арттырған һәм салонда 23 пассажирҙарҙың 19-ы ғына ултырған.