Өфөлә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары менән осрашты. Уның яртыһы тиерлек яңырҙы, составына юристар, журналистар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре инде.Республика етәксеһе Совет вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп, үҙ теләктәрен еткерҙе. „Беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Тәүҙә коронавирус булды, хәҙер Украинала махсус хәрби операция бара. Унда беҙҙең һалдаттар ҡатнаша, ике ирекле батальон ойошторолоп ебәрелде. Юғалтыуҙар ҙа бар. Һеҙ хәрбиҙәрҙең яҡындарына ниндәй ярҙам кәрәклеген яҡшы аңларға тейешһегеҙ. Башҡортостанда Донбастан мәжбүри күсеп килгән 600 — ләгән кеше йәшәй. Улар төрлө яҡлап иғтибарға лайыҡ. Башҡортостан төҙөүселәре Луганск халыҡ республикаһында социаль учреждениеларын, юлдарын төҙөкләндерә, табиптар халҡы сәләмәтлегендә тора. Радий Хәбиров дөрөҫөн һөйләргә саҡырҙы һәм социаль мәсьәләләргә етди иғтибар итергә ҡушты. Ултырышта Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса Советтың эшмәкәрлеге баһаланды һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.
Кеше хоҡуҡтары һаҡланырға тейеш!
Кеше хоҡуҡтары һаҡланырға тейеш!