Республика эпидимиологтары фараздары буйынса ковидтың киләһе тулҡыны сентябрҙәрҙә көтөлә. “Кентавр” – яңы штамм, уның үҙенсәлектәре нимәлә? Ковидтың яңы штаммы – “Кентавр” Европа буйлап бик тиҙ тарала һәм Рәсәйгә лә килеп еткән. Мәскәү ҡалаһында тәүге 5 осраҡ теркәлгән. Эпидимиологтар Башҡортостанда әле юҡ, тип билдәләй. Шулай ҙа алдағы йылдарҙан күренеүенсә, короновирус тиҙ таралыусан һәм һуңғы көндәрҙә республикала сирҙең артыуы күҙәтелә. Республика халҡы 2011 йыл аҙағында әүҙем прививка яһатты. Инфекционистар антиесемдәрҙең ярты йылға етеүен генә билдәләй. Республика эпидимиологтары фараздары буйынса, киләһе тулҡын иһә сентябрҙәрҙә көтөлә. Ул “Кентавр” йәғни “ике үркәсле” яңы штамм. Табиптар ревакциянация үтеүҙең әһәмиәте хаҡында билдәләй. Йәшәү урынына ҡараған поликлиникаларҙа прививка яһатырға һәм Дәүләт хеҙмәте порталы аша яҙылырға мөмкин. Ковидтан барыһына ла билдәле Спутник V прививкаһы яһала. Ике компонентлы вакцина юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Медицина учреждениеһына препарат даими килеп тора. 46-сы поликлиникала ғына күптән түгел 5 мең миҡ партия килтерелгән. Башҡортостанда короновирустан 2 миллион 700 меңдән ашыу кеше вакцина яһатҡан. Инфекционистар билдәләүенсә, ковидтың яңы төрө “омикрон”ға ҡарағанда ла тиҙерәк тарала. Уның тәүге билдәһе – тамаҡ ауыртыу, шунан ғына баш ауырта һәм температура күтәрелә. “Кентавр”ҙы билдәләүе ҡатмарлы, сөнки ПЦР- тест бик йыш алдаҡ кире һөҙөмтә бирә. Эпидимиологтар халыҡты уяу булырға саҡыра, йәмәғәт урындарында һәм транспортта үҙеңде һаҡларға, битлектәр йөрөтөргә тәҡдим итә.
Рәсәйҙә короновирустың яңы төрө киң тарала башлаған
Рәсәйҙә короновирустың яңы төрө киң тарала башлаған