Иң төп саралар ғәҙәттәгесә Ләлә Тюльпан мәсетендә үтте. Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин хаҡ мосолмандарҙы оло байрам менән ҡотлап ислам дине традицияларына тоғро ҡалырға саҡырҙы. Бөгөн ҡояш ҡалҡыу менән республика мәсеттәрендә Ғәйет намаҙы яңғыраны. Һәр көнө байрамға бәрәбәр изге Рамаҙан айы тамамланды һәм барлыҡ мосолман халҡы Урҙа ғәйетен ҡаршыланы. Төп намаҙ Ләлә-Тюльпан мәсетендә уҡылды. Бөтә халыҡ иртәнән изге йортта йыйылып, күңелдәренә иман нуры индерҙе. Мәсет эсенә һыймағандар, уның алдында урынлашып, бер-нисә сәғәт дауамында аяҡ үрә баҫып сүрәләр, нәсихәт һәм ҡотлау һүҙҙәрен тыңланы, намаҙ уҡыны. Бөтә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Таджетдин ҡотлау һүҙе менән мөрәжәғәт итте, бар мосолмандарҙы иманға ынтылырға өндәне. Ураҙа байрамын мосолмандар ғәрәп телендә Ғийдүл-Фитр тип йөрөтә. Ул йыл һайын, Рамаҙан айы тамамланғас, 1 шәүүәл көнө үткәрелә. Бер яҡтан һағышлы, әммә ҙур байрам. Был көндө һығымталар яһала, киләсәккә теләктәр әйтелә. Ололар ғына түгел, йәш быуын да был изге байрамдың мәғәнәһен яҡшы аңлай. Ысынлап та, ураҙа тотоу еңелдән булманы – көндәр оҙон, төндәр ҡыҫҡа, ҡояш та ҡыҙҙырҙы. Әммә был изге сауаптың файҙаһы шул тиклем ҙур. Шуға ла хаҡ мосолмандар бындай ғына һынауҙарға бирешмәне. Өс көн дауамында мосолмандар донъяның төрлө мөйөшөндә байрам шатлығын бер-береһе менән бүлешә, һәр кем ҡулынан килгәнсә мохтаждарға ярҙам күрһәтә. Оло һәм изге байрамдан халыҡ оло бер ҡыуаныс һәм күңел тыныслығы менән таралышып, йорттарында байрам ашы ойоштора. Рамаҙан айының исеме үк “гонаһтарҙың янып бөтөүе” тигәнде аңлата. Тап ошо изге айҙа тик игзе эштәр ҡылып кешеләр гонаһтарҙан арына, барлыҡ тыйыуҙарҙы ҡабул итеп, ихтыяр көсөн үҫтерә. Шуға ла һәр хаҡ мосолман сабырлыҡ, сәләмәтлек, рухи таҙараныу һәм тәрбиә айы булған Ураҙаны көтөп ала.
Бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡылды.
Тулыраҡ: Бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡылды.