Был хаҡта Радий Хәбиров Иран илсеһе Каземом Йәләли менән осрашыуҙа белдерҙе. Әңгәмә барышында иҡтисад, фән, мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары барланды.Ике арала тауар әйләнешен киләсәктә 1 миллиард долларға тиклем еткереү ҡарала. Иҡтисади бәйләнештәрҙән тыш, фәнни, мәҙәни хеҙмәттәшлекте лә нығытыу ҡарала. Әле Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында Ирандан 54 студент белем ала.
Өфөнән Иранға тура авиарейс асыла
Өфөнән Иранға тура авиарейс асыла