Үткән аҙна ҡыуаныслы ла, күңелһеҙ ҙә ваҡиғаларға бай булды. Уларға Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә йомғаҡ яһалды. Дәүләт наградалары менән бүләкләү, кадрҙар алмашыныуы – ултырышта ҡаралған ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Рәлиә Сәхибгәрәева репортажы.Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән сираттағы оператив кәңәшмә тәбрикләү тантанаһынан башланды. Төбәк башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградалары менән билдәле хоккейсыларҙы бүләкләне. Салауат Юлаев тәрбиләнеүсеһе, ике тапҡыр Стэнли Кубогын алыусы Андрей Василевскийға “Башҡортостан республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены, ә уның атаһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Леонидович Василевскийға Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Республика һеҙҙең менән ғорурлана, — тине Радий Хәбиров спорстыларҙы тәбрикләп.Шулай уҡ, кәңәшмәлә ресбулика башлығы хәбәр итеүенсә, махсус операция мәлендә күрһәтелгән батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡтары өсөн Өфө егете Максим Серафимовҡа һәм Әбйәлилдән Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгән. Башҡортостандан тағы ла дүрт егеткә үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены тапшырылған.Кадрҙар алмашыныуы хаҡында ла әйтелде. Алан Марзаев Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры итеп тәғәйенләнде. Ул төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлыҡтарының эшен көйләйәсәк. Ә быға тиклем ошо вазифаны биләүсе Рәиф Абдрахманов “Башспирт” ойошмаһын етәкләйәсәк.Ҡаҙаныштар темаһын дауам итеп, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головты, уның командаһын һәм урындағы халыҡты еңеүҙәре менән ҡотланы. Благовещен Рәсәйҙең моноҡалалар рейтингында беренсе урынды алған.Башҡортостан башлығы республикала ошо ялдарҙа үткән Бөтә Рәсәй корпоратив уйындарын да юғары баһаланы. Хеҙмәт резервтары фестивале ҡатнашыусылары арҡан тартыу, ҡул көрәше, гер күтәреү, йөҙөү, еңел атлетика, шахмат, шашка һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса көс һынашты. Коронавирус темаһы ла әңгәмәнән ситтә ҡалманы. Белгестәр фаразлауынса, сентябрь айына ауырыусыларҙың артыуы ихтимал. Әммә уға тиклем әҙерләнергә ваҡыт бар, ошо өс аҙна эсендә ковидҡа ҡаршы әүҙем прививка эшләтергә саҡырҙы Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак. Һуңғы ете көн эсендә инфекцинияның таралыу тиҙлеге 26 процентҡа артҡан. Юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар ҙа әҙ түгел. 25-нән 31-се июлгә тиклем Башҡортостан юлдарында 19 кешенең ғүмере өҙөлгән, 99-ы төрлө йәрәхәттәр алған. Һуңғы ҡот осҡос аварияларҙы иҫкә алып, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күтәреү буйынса эште көсәйтергә ҡушты төбәк башлығы. Өфө менән Элиста араһында тура авиарейстар асырға планлаштыралар. Башҡортостан һәм Ҡалмыҡ республикалары араһындағы хеҙмәттәшлектең әүҙемләшеүе сәбәпле авиабәйләнеш тә булдырмау мөмкин түгел, был ике халыҡты тағы ла яҡынлаштырыуға булышлыҡ итәсәк, тине Радий Хәбиров.Әйткәндәй, Ҡалмыҡ Республикаһы башлығы Бату Хасиков һәм Радий Хәбиров Баймаҡ районында уҙғарылған “Башҡорт аты” фестивалендә осрашты. Күләмле сара биш меңгә яҡын кешене берләштерҙе. Унда ҡанташҡан кәсепсе-эшҡыуарҙарға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә ҡушты Радий Фәрит улы.
Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды
Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды