Киләсәктә 150-нән ашыу тәфтишсе, участка полиция хеҙмәткәре, тәфтишсе Башҡортостан һәм илдең башҡа төбәктәрендәге хоҡуҡ һаҡлау органдары сафтарын тулыландырасаҡ. Өфө юридик институты курстанттары иртәһе, ғәҙәттәгесә, плацта башланды. 700-ҙән ашыу курсанттың күбеһе өсөн бөгөнгө көн айырыуса мөһим. Биш йыл эсендә инситут күптәре өсөн икенсе йортҡа әүрелгән. Ырымбур ҡалаһынан килгән 22 йәшлек Ангелина Малахова өсөн һәм ҡалған тамамлаусылар өсөн дә был һүҙҙәр маяк булып яңғырай. Тәфтишсе булырға йәш ҡыҙ мәктәптә ваҡытынан хыяллана. Айырыуса ул Дағстанда террорсылар ҡулынан һәләк булған полиция лейтенанты Магомед Нурбагандов һүҙҙәренән рухлана. Уны видеокамераға ҡарап хеҙмәттәштәренә эштән китергә саҡырырға ҡушалар. Тик хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре “Эшләгеҙ, хеҙмәттәштәр”, тип кенә яуаплай. Быйыл Өфө юридик институтын Башҡортостан курсанттарынан тыш шулай уҡ, илдең тағы ла 20 төбәгенән буласаҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тамамланы. Үҙенең ярты быуатлыҡ тарихында Өфө юридик институтын барлығы 35 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Быйыл иһә тағы ла 150 курсант шул исемлекте тулыландырҙы.
Өфө юридик инстуты курсанттарының сығарылыш тантанаһы үтте
Өфө юридик инстуты курсанттарының сығарылыш тантанаһы үтте