“Воскресенск заводы” сәнғәт үҙәген ҡороуҙы Радий Хәбиров тиҙләтергә ҡушты

“Воскресенск заводы” сәнғәт үҙәген ҡороуҙы Радий Хәбиров тиҙләтергә ҡушты

Был мәҙәни-сәйәхәт биләмәһендә уңайлы ҡала мөхите Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе проектын бойомға ашырыу барышы менән республика башлығы Мәләүез районына эш сәфәре сиктәрендә ҡыҙыҡһынды. Уралдағы боронғо баҡыр иретеү заводының тарихи харабалары тирәһен яңыртып ҡороу проектын Башҡортостандың ҡалалар үҫтереү институты һәм Мәскәү урбанистика үҙәге белгестәре Воскресенск ауыл советы һәм халҡы менән берлектә әҙерләгән. Бөгөнгә төҙөләндереү эштәренең байтағына башланғыс һалынған. Майҙандар таҙартылған, йәйәүле һуҡмаҡтары һалынған, видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, сәхнә һәм амфитеатр төҙөлгән. Сәйәхәтселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыла, сауҙа рәттәре билдәләнә. Подрядсы компания етәксеһе билдәләүенсә, икенсе этапта быуа тирәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Планда шулай уҡ стадионды тергеҙеү, кемпинг һәм глэмпинг төҙөү. Хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһынып ауыл советына мөрәжәғәт иткән эшҡыуарҙар ҙа бар. Радий Хәбиров эштәрҙе тиҙләтергә һәм быйыл беренсе октябргә төҙөкләндереүҙең беренсе өлөшөн тамамларға саҡыра. Республика башлығы Воскресенск баҡыр иретеү заводының бөгөнгә тиклем һаҡланған биналарын ҡараны. Көнъяҡ Уралда тәүге металлургия заводына сауҙагәр Твердышев нигеҙ һалған. Завод 1745 йылдың 16 ноябрендә эшләй башлай. Ошо ваҡиға төбәктә тау тоҡомдары эшкәртеү заводтары үҫешенә башланғыс һала. Артабан сирек быуат арауығында Көньяҡ Уралда егермеләгән металлургия заводы төҙөлә. Воскресенск заводы менән бер бөтөн етештереү берәмегенә әйләнгән Верхотор заводы ла шул ваҡытта барлыҡҡа килә. Завод 1902 йылға тиклем эшләй, 150 йыл эсендә Воскресенск металсылары 28 мең тоннаға яҡын саф баҡыр иретеп оҙата. Бөгөн Воскресенск баҡыр иретеү заводы комплексы ҡала төҙөлөшө һәм архитектураның федераль кимәлдәге ҡомартҡыһы дәрәжәһенә эйә. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы тип танылған. «Торатау» геопаркы биләмәһенә инә. Радий Хәбиров республиканың транспорт министрлығына Ишембай менән Мәләүез райондарын тоташтырған 7 километр автомобиль юлын ҡайтанан ҡороу бурысын йөкмәтте. 2023 йылда төҙөлөшкә тотоноу мөһим. Воскресенкиҙың йәнә бер ғорурлығы – картиналар галереяһы ла  — ремонтҡа мохтаж. Башҡортостанда Мәскәү мәктәбенең 1940-1990 йылдарҙағы живописе, графикаһы һәм скульптураһы өлгөләрен һаҡлаған берҙән-бер галерея ул. Сәнғәт әҫәрҙәренән тыш бында боронғо ауылдың тарихы һәм мәҙәниәте музейы ла бар. Картиналар галереяһының бинаһы ла мәҙәни мираҫ объекты тип танылған. 1902 йылдан был йортта Рус уҡытыусылығы исемендәге күсмә лазарет табибы, билдәле хирург Эдгард Карлейс йәшәгән. Музей мөдире Ирина Баранова галереяның 1970 йылда Суриков исемендәге художество институты ҡарамағындағы махсус рәссамдар мәктәбенән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Воскресенское ауылына эвакуацияланған уҡыусылары теләге менән асылғаны тураһында һөйләй. Һуғыштан һуң уларҙың күбеһе Рәсәй художество академияһы мөхбир-ағзалары дәрәжәһенә үрләй, Рәсәйҙең дәүләт премияларына өлгәшә. Музейҙа балсҡ көршәктәрҙәе алып туҡыу станоктарына тиклем боронғо кәсеп өлгөләре лә урын алған. Радий Хәбиров бинаның ҡыйығын ремонтлау, иҙәндәрҙе алмаштырыу әмәлен күрергә ҡушты. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Мәләүез районы Салауат исемендәге колхоз ауыл-хужалығы кооперативы баҫыуҙарын да ҡараны. Хужалыҡ етәксеһе Рәмис Иманғолов быйылғы уңыш торошона яҡшы баһа биреп, гектарынан 45 центнер ашлыҡ алырға өмөт бар, тип белдерҙе. Ауыл хужалығы кооперативы өҫтөн инвестиция проекттарын бойомға ашыра, үҫемселектән тыш бында һуғарыу системаһын файҙаланыуға тапшырыу, юғары етештереүсән техника һатып алыу, голштин-фриз тоҡомло мал үрсетеү яйға һалына. Үткән аҙнала Инвестиция сәғәтендә раҫланған яңы проект 1200 мал башына иҫәпләнгән роботлаштырылған комплекс төҙөлөшөн күҙ уңында тота. Ергән ауылы эргәһендәге буласаҡ комплекс 2024 йылда сафҡа инер, тип көтөлә. Ул тәүлегенә 50 тонна һөт етештереүгә иҫәпләнгән. 42 ы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров быйыл республикала 4 миллион тонна самаһы иген йыйып алыу планын хәтергә төшөрөп, хеҙмәтсәндәргә уңыштар теләне. Республика башлығы шулай уҡ Мәләүездә вулканизацияланған резинанан кейем һәм аксессуарҙар етештереүсе “Ликом” йәмғиәте эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие Рәсәйҙә ҡулдарҙы һаҡлар өсөн тәғәйен бирсәткә етештереүселәр араһында алдынғылыҡҡа өлгәшкән. Әлеге ваҡытта 50 төр бейәләй-бирсәткә өлгөләре эшләп сығара. «Полизар» тип аталған үҙ патентлы сауҙа маркаһына эйә. 2020 йылда бында һынау лабораторияһы сафҡа индерелгән.