Йәйҙең һуңғы айы башында бөтә ил Һауа десанты ғәскәрҙәре көнөн байрам итә. Ҡанатлы десант Өфөлә лә ҡотлауҙар ҡабул итте. Байрам саралары Еңеү паркында, былтыр десантсылар тәҡдиме менән асылған Монумент эргәһендә үтте. Республика башлығы герой-десантсылар һәйкәленә сәскәләр һалды. Һәләк булған яугирҙәрҙең хәтере бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алынды. Радий Хәбиров Һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандарының Башҡортостан төбәк ойошмалары вәкилдәре менән аралашты. 13 метр бейеклегендәге монумент “Десант быуындары берлеген” таныта. Десантсылар был һәйкәлде Ватан һаҡсыларының ҡаҡшамаҫ рухы һәм батырлығына халыҡ ихтирамын һәм быуындар берҙәмлеген нығытыусы хәтер күпере тип ҡабул итә. Был ғәскәр вәкилдәре байрамда ғына түгел һәр көн татыулыҡ һәм ярҙамсыллыҡ өлгөләрен дәлилләй.
Беҙҙән башҡа һис кем
Беҙҙән башҡа һис кем