Башҡортостан делегацияһы Иранға барасаҡ

Башҡортостан делегацияһы Иранға барасаҡ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация көҙ рәсми сәфәр менән Иранға барасаҡ. Был хаҡта хөкүмәт рйесе Андрей Назаров үҙенең телеграм каналында яҙып сыҡты. Ике арала тауар әйләнешен арттырыу-төп маҡсаттырҙың береһе. Рәсәйҙең Ирандағы сауҙа вәкиллегендә эшләү өсөн Башҡортостандан вәкил ебәреләсәк. Ирандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Йәләли белдереүенсә, Иран Башҡортостан менән бар яҡлап хеҙмәттәшлекте яйға һалырға ниәтләй. Нанотехнологиялар үҫеше буйынса Тегеран көнбайыштағы бик күп илдәрҙе артта ҡалдырып 19-сы урынға сыҡты. Космос, биотехнолгиялар ҙа йылдам үҫешә. Шуға ла Өфөнән Иранға тура авиарейс асылыуы осраҡлы түгел. Башҡортостанм менән Иран ике арала тауар әйләнешен киләсәктә 1 миллиард долларға тиклем еткерергә ниәтләй. Иҡтисади бәйләнештәрҙән тыш, фәнни, мәҙәни хеҙмәттәшлекте лә нығытыу ҡарала.