Белгестәр фаразлауынса, сентябрь айына коронавирус менән ауырыусыларҙың артыуы ихтимал. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ошо өс аҙна эсендә ковидҡа ҡаршы әүҙем прививка эшләтергә саҡыра.Һуңғы көндәрҙә инфекцинияның таралыу тиҙлеге 26 процентҡа артҡан. Ковидтың яңы штаммы – “Кентавр” әле Европа буйлап тарала һәм Рәсәйгә лә килеп еткән. Мәскәү ҡалаһында тәүге 5 осраҡ теркәлгән. Табиптар ревакциянация үтеүҙең әһәмиәте хаҡында билдәләй. Йәшәү урынына ҡараған поликлиникаларҙа прививка яһатырға һәм Дәүләт хеҙмәте порталы аша яҙылырға мөмкин. Инфекционистар билдәләүенсә, ковидтың яңы төрө “омикрон”ға ҡарағанда ла тиҙерәк тарала. Уның тәүге билдәһе – тамаҡ ауыртыу, шунан ғына баш ауырта һәм температура күтәрелә. “Кентавр”ҙы билдәләүе ҡатмарлы, сөнки ПЦР- тест бик йыш алдаҡ кире һөҙөмтә бирә. Эпидимиологтар халыҡты уяу булырға саҡыра, йәмәғәт урындарында һәм транспортта үҙеңде һаҡларға, битлектәр йөрөтөргә тәҡдим итә.
Коронавирус менән ауырыусыларҙың артыуы ихтимал
Коронавирус менән ауырыусыларҙың артыуы ихтимал