Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары ҡалҡан биҙе шешеүен алыу буйынса үҙенсәлекле операция үткәрҙе. Операция Давинчи тип исемләнгән робот ярҙамында эшләнә. Табиптар билдәләүенсә, бындай ысул пациенттарға бер-нисә көн эсендә аяҡҡа баҫырға ярҙам итә һәм иң мөһиме муйын тирәһендә бер-ниндәй ҙә йөй ҡалдырмай. Светлана Ғатауллина ҡалҡан биҙенең ямам шеше тураһында сираттағы медицина тикшеренеүе үткәндә белеп ҡала. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ҡатынға ямам шеште алыу буйынса үҙенсәлекле операцияны Да-винчи тигән робот ярҙамында эшләгән.Табиптар билдәләүенсә, бындай ысул пациенттарға бер-нисә көн эсендә йүнәлергә мөмкинлек бирә һәм иң мөһиме муйын тирәһендә бер-ниндәй ҙә йөй ҡалдырмай.Табиптар билдәләүенсә, бындай операция Волга буйы Федераль округында беренсе тапҡыр үткәрелгән.Онкология сирҙәренең 2-3 проценты ҡалҡан биҙенең ямам шешенә тура килә Ул миллионлаған кешенең тормош сифатын түбәнәйтә. Күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар араһында теркәлә.Башҡортостан хирургтары, алдынғы технологиялар ярҙамында, артабан да ямаш шеште һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалауҙы бер-нисә тапҡырға тиҙләтеп, операциялар һанын арттырырға ниәтләй.
Ҡалҡан биҙе шешеүен алыу буйынса үҙенсәлекле операция
Ҡалҡан биҙе шешеүен алыу буйынса үҙенсәлекле операция