Үлгәндәрҙең ҡәберен кем белер. Архангелдәге Оҙондар ауылы халҡы аптырашта ҡалған. Урындағы зыяраттағы ҡәберҙәрҙе Инйәр йылғаһы йыуа. Ата- бабаларҙың мәңгелек йортон һаҡлау өсөн ниндәй ашығыс саралар күрергә кәрәк һуң. Оҙондар ауылы халҡы өсөн хәҙер мәрхүмдәрҙе ерләү мәсьәләһе тағы ҡатмарлаша. Ауылда ике зыярат булһа ла, күп ололар үҙ яҡындарынан уларҙы иҫке ҡәберлеккә күмеүҙе һорай. Улар, йола буйынса нәҫел-нәсәбе янындараҡ булыуҙы хуп күргән. Тик хәҙер тереләр мәрхүмдәрҙең кәүҙәләре өсөн борсола. Ташҡын мәлендә Инйәр йыл һайын кәм тигән дә лә ун метр самаһы ерҙе ашап, ҡәберҙәрҙе емерә. Оҙондар халҡы был аяныслы хәл менән егерме ике йыл самаһы көрәшә. Ярҙам һорап республика башлығына ла бара ауыл кешеләре. Килеп тыуған мәсьәләгә яуап биреү урындағы хакимиәткә йөкмәтелгәнлеге билдәле. Ауыл халҡы Инйәрҙең үҙәнен күсереүҙә ярҙам һорай. Тик әлегә был үтенестәр яуапһыҙ. Шуға күрә лә, ташҡын мәлендә йыуылған ҡәберҙәрҙән килеп сыҡҡан һөйәктәрҙе ҡайтанан икенсе урынға күсереп ерләргә генә ҡала. Тик һуғыш ветераны булғандарҙың кәүҙәләрен алып, икенсе урынға күмергә лә форсат сыҡмаған. Тағы ла бер мәсьәлә-21 йылғы аслыҡ ваҡытында был зыяратҡа тифтан үлеүселәр ҙә ерләнгән булыуы ихтимал. Мәрхүмдәрҙе ауылдың яңы зыяратына ерләү мөмкинлеге менән мөрхәтһенмәй Оҙондар халҡы. Ни тиһәң дә, ата-балаларҙың мәңгелек йортон тәрбиәләп күнеккән улар. Йылға йыуып сығарған һөйәктәрҙе хәҙер ҡайтанан йыйып, бер нисә мәрхүмде уртаҡ ҡәберҙә ерләү мөмкинлеге көнүҙәк булып. Зыярат янынан аҡҡан Инйәр ағымын үҙгәртеү район көсөнән килерлек түгел. Бының өсөн кәм тигәндә лә илле миллион һум кәрәк. Икенсенән иһә урындағы етәкселек ҡанундарҙы боҙа алмай. Сөнки, Инйәр федераль ҡарамаҡтағы һыу бассейны. Оҙондар ауылындағы иҫке зыярат яҙмышы ошо көндәрҙә хәл ителергә тейеш. Июлдең ун икеһендә, мәскәүҙәге айырым кәңәшмәлә тап инйәр үҙәнен күсереү тураһында һөйләшеү булыр , тип көтөлә.
Инйәр йылғаһында һыу инергә яраймы?
Тулыраҡ: Инйәр йылғаһында һыу инергә яраймы?