Ураҙаның тәңге көнө республикала киң билдәләнде. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы башҡаланың Дим районында өс йыл элек асылған Мәҙинә мәсетендә тәбрикләне. Иң төп саралар ғәҙәттәгесә Ләлә Тюльпан мәсетендә үтте. Бөтә халыҡ иртәнән изге йортта йыйылып, күңелдәренә иман нуры индерҙе. Мәсет эсенә һыймағандар, уның алдында урынлашып, бер-нисә сәғәт дауамында аяҡ үрә баҫып сүрәләр, нәсихәт һәм ҡотлау һүҙҙәрен тыңланы, намаҙ уҡыны. Ураҙа байрамы уңайынан „Ватан„ этно-ауылында ла матур сара үтте. Сәйҙә Мөхәмәтйәнованың йырын халыҡ ихлас ҡабул итте. Матур сарала ҡатнашыу өсөн ҡыҙ Ҡазан ҡалаһынан әсәһе менән килгән. Ураҙа байрамы – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарымдың береһе, шуға ла бындай сараларҙа ихлас ҡатнашам, ти Сәйҙә. Байрам концертынан башҡорт һәм татар эстрада йондоҙҙары ла ситтә ҡалманы. Бәләкәстәр махсус майҙансыҡта уйнаһа, өлкәндәр иһә күргәҙмә-йәрминкәләргә ашыҡты. Бында йәнең теләгәне бар. Байрамға килеүселәр үҙенсәлекле йәрминкәлә былау, тәмлекәстәр алып ҡыуанды. Уларҙы һатып, йыйылған аҡса ауыр хәлдәге балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк. Ураҙа ғәйете хөрмәтенә май еҫе сығарыу — байрамдың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Сараға килгән һәр кем асыҡ һауала әҙерләнгән аш-һыуҙан ауыҙ итте, ҡан-ҡәрҙәштәрен һыйланы.Ураҙа байрамында, йола буйынса, күңелдәр көр, кәйеф күтәренке һәм аҙыҡ та мул булыуы зарур. Ураҙа ғәйете – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе, изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе көн. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай кимәлдә ураҙа байрамы республикала беренсе тапҡыр уҙғарыла. Сараның маҡсаты – йәштәргә рухи-әхләҡи тәрбиә биреү, экстремизмды профилактикалау.
Бөгөн ураҙа ғәйетенең икенсе көнө
Тулыраҡ: Бөгөн ураҙа ғәйетенең икенсе көнө