Кентавр яҡынлаша

Кентавр яҡынлаша

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус менән ауырыусылар арта. Әлеге ваҡытта республика стационарҙарында 148 кеше коронавирустан дауалана, уларҙың 96-һы – өлкән йәштә. 625 кеше, шул иҫәптән 60 йәште уҙған 163 пациент амбулатор шарттарҙа дауалана. Башҡортостанда ял көндәрендә 16 мең 833 кеше прививка яһатҡан.