Республика табип-физкультура диспансерында ковидтан һуң махсус программа буйынса реабилитация үтергә мөмкин. Айырыуса, был өлкән йөштәгеләр өсөн көнүҙәк, сөнки тап улар сирҙе ауыр кисерә. Короновирустан һуң организмды нисек тергеҙергә? Был хаҡта киләһе сюжетта. Тәнзилә Абдулловаға 60 йәш. Бер йыл эсендә короновирус менән ике тапҡыр сирләгән. Күреү һәләте буйынса инвалид, етмәһә, ауырыуҙан һуң ковид үҙенең эҙемтәләрен күрһәтә башлай. Поликлиниканан уны реабилитацияға йүнәлтәләр. Тын алыу гимнастикаһы айырыуса пневмония кисергән пациенттарға бик файҙалы. Организмды тергеҙеү һәм иммунитетты нығытыу өсөн комплекслы дауалау талап ителә. Республика табип-физкультура диспансеры короновирус кисергән пациенттар өсөн махсус программа төҙөгән. Пациенттар медикаментоз, физио- дауалау, парафин терапияһы, массаж, дауалау-физкультура комплексы үтә, психологик ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ зарланыуҙар иҫәпкә алынып шәхсән программа төҙөлә. Физдиспансер табиптары көҙ пациенттарҙың һаны артасаҡ, тигән фекерҙә. Медицина белгестәре билдәләүенсә, ковидтың яңы тулҡыны яҡыная. Ковидтың яңы төрө — “Кентавр”. Инфекционистар билдәләүенсә, ул “омикрон”ға ҡарағанда ла тиҙерәк тарала. Уның тәүге билдәһе – тамаҡ ауыртыу, шунан ғына баш ауырта һәм температура күтәрелә. “Кентавр”ҙы билдәләүе ҡатмарлы, сөнки ПЦР- тест бик йыш алдаҡ кире һөҙөмтә бирә.Тәнзилә Абдуллова ла прививка яһатҡан. Пенсия йәшендә булһа ла, насар күреүсе балалар өсөн мәктәп-интернатта уҡытыусы булып эшләй. Белем биреү учрежденияларында эшләүселәргә иһә вакцинация үтеү мөһим. Тәнзилә Абдуллова уҡыу йылы алдынан реабилитация үтеп, организмын нығытып, ҡәҙимге йәшәү торошона ҡайтырға ниәтләй.
10 көн реабилитация
10 көн реабилитация