Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” паркында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” паркында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара

Әле урындағы күлде тәртипкә килтерәләр, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла. Өфөнөң Ленин районы Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” паркын үҙгәртеп ҡороу 2018 йылда уҡ башланғайны. Әле төҙөүселәргә эште тамамлау өсөн һанаулы ғына көндәр ҡалған. Элекке һаҙлыҡ урынында яңы яһалма күл буласаҡ.Яһалма күлдә эштәр заманса технологияларға ярашлы башҡарыла. Махсус техника ярҙамында һыу йыйыу өсөн канал ҡаҙыла, тупраҡ алына, свайҙар ҡуйыла. Киләсәктә күл үңәҙ менән ҡапланмаһын өсөн уның төбөнә бер-нисә ҡат ҡом түшәлә.Өфөнөң “Тулҡын” паркында төҙөкләндереү эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектына ярашлы үткәрелә. Затон биҫтәһендәге Тулҡын паркында төҙөкләендереү эштәре 80% тамамланған. Әле бында йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөү өсөн юлдар яңыртылған, амфитеатр, спорт майҙансығы, workout зонаһы, скейт паркы барлыҡҡа килгән. Объекты сафҡа тапшырыу киләһе йылға планлаштырылған. Төҙөкләндереү эштәре менән бергә объекта шулай уҡ хәүефһеҙлекте видеокамералар күҙәтәсәк. Паркта барлығы 70-тән ашыу камера ҡуйыласаҡ.46 йыллыҡ тарихы булған парк киләсәктә Затон биҫтәһендә йәшәүселәрҙе генә түгел, ә барлыҡ ҡала халҡын ҡыуандырасаҡ.