Башҡортостан Донбасҡа егерменсе гуманитар колонна оҙатты

Башҡортостан Донбасҡа егерменсе гуманитар колонна оҙатты

12 фургон тейәгән 178 тоннанан ашыу йөктөң 169 тоннаға яҡыны – төҙөлөш материалдары. Өфө районы «Башсельхозтехника» базаһы майҙанынан юлға сыҡҡан машиналар Петровское ҡалаһындағы генерал Шайморатов исемен йөрөткән мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тиҙләтеүгә булышлыҡ итәсәк. Луганск өлкәһе халҡына шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм эсәр һыу оҙатылды. Башҡортостан Донбасҡа гуманитар ярҙамды Республика башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойоштора. Конвой составында бер нисә тапҡыр барған водителдәр фекеренсә, халыҡ, бигерәк тә балалар, күстәнәстәрҙе көтөп ала, улар һөйөнөсөн ихлас уртаҡлаша.