Ошо көндәрҙә Пугачев һәм Бородин урамдары киҫелешенән алып күпергә тиклемле юл өлөшө ябылды. Шул уҡ ваҡытта яңы төҙөлгән урау юл аша транспорт хәрәкәте асылды. Урау юл Бородин, Геофизиктар һәм Һынаусылар урамдары аша үтә. Уның дөйөм оҙонлоғо 3 саҡырымдан ашыу. Пугачев урамын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы башланды. Төҙөүселәр Пугачев, Армавир һәм Бородин урамдары киҫелешендәге 300 метрлыҡ юлды ремонтҡа япты. Юл хәрәкәте инспекторҙары яңы төҙөлгән урау юл аша хәрәкәтте көйләй. Киңлеге 12 метрлыҡ асфальт түшәме бер юлы 4 һыҙатта хәрәкәт итеү мөмкинлеген бирә. Хәҙер ваҡытлыса төҙөлгән урау юлдың оҙонлоғо 3 саҡрымдан артты. Бында ҡала-ара автобустар өсөн туҡталыштар, яҡтылыҡ бағаналары ҡуйылған, 4 светафор эшләй. Тығындар күҙәтелмәй. Бәләкәй генә юл өлөшөнөң ябылыуы транспорт хәрәкәтен ойоштороуҙа ярайһы үк үҙгәрештәр индерҙе. Зәйнәб Биишева урамынан алып Армавир урамы буйлап хәрәкәт сикләнде. Пугачев урамына төшкән урын тулыһынса ябылды. Колгуев урамы хәҙер ике яҡлыға әйләнде. Был саралар барыһы ла реконструкция ваҡытын ҡыҫкартыу маҡсаты менән эшләнә. Әйткәндәй, Бородин, Армавир һәм Пугачев урамдарында 340 метрлыҡ юл 2024 йылға тиклем ябыла. Сөнки ике кимәлле транспорт киҫелеше тап ошо урында төҙөләсәк.Яңы юл үткәргес ҡаланың иң ҙур транспорт киҫелеше буласаҡ, тип баһалай объектты төҙөүселәр. Төҙөлөш эштәре тамамланғас, водителдәр алты һыҙатлы заманса юлдан йөрөй аласаҡ , автомобиль ағымы бер-нисә тапҡырға артасаҡ. Бынан тыш, реконструкция сиктәрендә Пугачев урамы буйлап бөтә коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороу ҡаралған.Ҡала өсөн өс мөһим проект. Улар барыһы ла параллель рәүештә алып барыла. Колгуев һәм Көнъяҡ биҫтәләре киҫелешендә тағы ла бер юл үткәргес төҙөлә. Ул шулай уҡ Өфөнөң Көнъяҡ ҡапҡалары проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Проект буйынса ошо йырын урынында юл үтәсәк. Урамға генерал Рыленко исеме биреләсәк. Урам Софья Перовской урамынан башланасаҡ һәм Пугаче урамына тоташасаҡ.Пугачев урамы Өфөнөң 450 йыллығына әҙер булыр, тип көтөлә. Әммә Өфөнөң Көнъяҡ ҡапкалары проекты бының менән генә сикләнмәй. Ағиҙел йылғаһы аша тағы ла бер күпер төҙөү ҡарала.
Пугачев урамында күләмле төҙөкләндереү эштәре дауам итә
Пугачев урамында күләмле төҙөкләндереү эштәре дауам итә