“Тулҡын” паркында ла төҙөкләндереү эштәре бара

“Тулҡын” паркында ла төҙөкләндереү эштәре бара

Әле Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” паркында ла төҙөкләндереү эштәре бара. Күл тәртипкә килтерелә, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла. Махсус техника ярҙамында һыу йыйыу өсөн канал ҡаҙыла, тупраҡ алына, свайҙар ҡуйыла. Киләсәктә күл үңәҙ менән ҡапланмаһын өсөн уның төбөнә бер-нисә ҡат ҡом түшәлә. Эштәр 80 процентҡа тамамланған. Әле бында йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөү өсөн юлдар яңыртылған, амфитеатр, спорт майҙансығы, workout зонаһы, скейт паркы барлыҡҡа килгән. Объекты сафҡа тапшырыу киләһе йылға планлаштырылған.