Республикала балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары йышая

Республикала балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары йышая

Интернет селтәренән алынған был видеояҙмаларҙан күренеүенсә балалар бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ тәҙрә төбөндә уйнай, тәҙрә тышына сығып йөрөй. Бер нисә секундҡа ғына иғтибарҙан ситтә ҡалған бәләкәстәр донъяның бөтә күренештәре менән ҡыҙыҡһына. Табиптар әйтеүенсә, биш йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың бөтөнләй ҡурҡыу тойғоһо булмай. Уларҙың хәүефһеҙлеген тик ололар ғына тәьмин итә ала. Йәйге эҫеләрҙән ҡасып асылған тәҙрәләрҙең балалар өсөн төп хәүеф сығанағы икәнлеген оноторға ярамай. Әгәр беренсе, икенсе, өсөнсө ҡаттан ҡолап төшкән бәләкәстәрҙе ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин икән, юғарыраҡ ҡаттағыларынан йығылғандарына бер кем дә ярҙам итә алмай.