Беренсе өлөшөн Муха студияһы мультипликаторҙары былтыр көҙ тамамлағайны. Был республиканың анимация индустрияһындағы рус һәм башҡорт телдәрендәге иң ҙур хеҙмәт, тип уртаҡлашты авторҙар. Әгәр ҙә тәүге өлөштә тамашасылар йәнһүрәт геройҙары менән танышһа, икенсе өлөштә иғтибар шведтар менән һуғышҡа йүнәлтелә. Төньяҡ амурҙарының икенсе өлөшө тулыһынса әҙер тиерлек. Йәнһүрәттең видеоһын ҡораусылар күптән йыйған. Бер өлөшөнә тауыштар яҙҙырып бөтөргә генә ҡалған. Йәнһүрәттең эш вариантына репликаларҙы Дмитрий үҙе уҡый. Текст геройҙарҙың ирендәре хәрәкәт итеүгә тура килеү-килмәүен бына шулай тикшерәләр. Күп тапҡыр уҡып, урыҫ егете башҡортса фразаларҙы ла күптән ятлап бөткән.Муха студияһында билдәле спорт комментаторы Азамат Моратовты осраттыҡ. Швед командирын тауышландырыу уның яуаплылығында һәм оҫталығында. Уның фекеренсә геройының хатта ниндәй кейемдә булыуын белеү мотлаҡ. Тауыш яҙҙырғанда бәләкәй генә деталдәр ҙә мөһим ти ул һәм Мәскәү менән зум бәйләнеш аша йәнһүрәттең режиссеры Руслан Тавабилов, тауыш режиссеры Александр Сәғтитов менән геройын асырға тырыша. Шведтар менән һуғыш серияһын да тәүге өлөштө эшләгән мультипликатор төшөрә һәм ҡорай. Эштең был этабы әлегә тамам. Аниматорҙар Төньяҡ амурҙарының француздар менән алышҡа сыҡҡан өлөшөн әҙерләй башлаған. Элекке кеүек ҡағыҙҙарға кадрҙар төшөрөү юҡ хәҙер. Бөтә хеҙмәт компьютерҙарҙа.Ольганың аниматорлыҡ стажы 9 йыл. Йәнһүрәт геройҙарының, әйберҙәрҙең хәрәкәттәре тәбиғи булһын өсөн физика ҡанундарын яҡшы белергә кәрәк ти ул. Персонаж ҡулын күтәрһен өсөн генә лә бихисап эш башҡарыла, баҡтиһәң.Тамашасылар тәүге өлөштәге персонаждарҙың яҙмышын икенсе өлөштә лә күҙәтәсәк. Яңы геройҙар – француздар. Наполеон, уның һалдаттары һәм эшләүҙә ҙур ауырлыҡтар тыуҙырған тағы ла бер персонаж.Ҡатмарлылыҡты француз шымсыһының ике йөҙлө, кәйефенең тиҙ үҙгәреүсән булыуы тыуҙырған. Йылмайып торғанда бик матур кеше, тип уйларһың.Йәнһүрәттең ҡалған ике өлөшөн мультипликаторҙар көҙгә тамамлап, прокатҡа яңы йыл алдынан сығарырға ниәтләй. Ул тулыһынса 60 минут барасаҡ. Француз һуғышы өлөшөндә тамашасыларға таныш геройҙарҙың ейәндәре барлыҡҡа килә.
«Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең икенсе өлөшө әҙер
«Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең икенсе өлөшө әҙер