"Армия-2022" форумы

"Армия-2022" форумы

Мәскәүҙәге "Патриот" конгресс-күргәҙмә үҙәгендә "Армия-2022" форумы асылды. Халыҡ-ара хәрби-техник йыйында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша. Рәсәйҙең оборона-сәнәғәт комплексы был сарала хәрби техниканың меңдән ашыу яңы өлгөһөн таныта. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан бер мең ярымға яҡын предприятие араһында сит ил вәкилдәре ла бар. Улар яһалма интеллект, радиоэлектроника һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә уйлап табылған техника төрҙәрен күрһәтә. Мәртәбәле форумда Башҡортостан биләмәһендә эшләгән Өфө моторзар эшләү берекмәһе, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, "Витязь", "Полигон","МЕГИ" һәм башҡа предприятиелар ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа республика илдең оборона комплексы өсөн иң ҙур тауар етештереүселәр рәтендә ҡала. Төбәк етәкселеге стратегик предприятиеларға дәүләт ярҙамы күрһәтә, уларҙың күбеһенә импорт алмаштырыу сараларын күрергә, етештереүҙе диверсификацияларға, заказдар күләмен арттырырға булышлыҡ ителә. Был эш артабан да дауам итәсәк. Ошо хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.