Луганск халыҡ республикаһындағы Петровск ҡалаһында Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се һанлы мәктәптең төҙөлөш эштәре тамалана. Башҡортостандан килгән төҙөүселәр ярҙамында уҡыу йорто беренсе сентябрға балаларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ. Мәктәп нисек булған һәм нисек үҙгәргән. Дилмир Басыров ҙур теләк менән уҡыу йортоноң элекке торошонан нисек үҙгәреүен күрһәтә. Луганск халыҡ республикаһындағы мәктәпте тергеҙеүҙе Башҡортостандан килеүсе төҙөүселәргә тәҡдим иткәс, улар ике лә уйламай ризалаштылар, ти оҫта. Ай ярым ваҡыт эсендә алты кешенән торған бригада иҫке мәктәп ҡыйығын яңыға алмаштыра. Генерал-мойор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се һанлы Петровск мәктәбенең капиталь ремонтында ҡатнашыуҙы Дилмир үҙенең изге бурысы, тип һанай. Луганск халыҡ республикаһына „Жилстройинвест„ компанияһы беренселәрҙән булып ярҙам күрһәтә. Төҙөлөштә 170 эшсе тир түгә, уларҙың һаны көндән-көн арта. 1-се сентябрға футбол стадионы, киң спортзал, ашхана ла әҙер буласаҡ. Бинала электр сымдарын, сантехниканы, йылытыу радиаторҙарын да алыштырасаҡтар. Башҡортостандан Луганск Халыҡ республикаһына 12 эшелон гуманитар ярҙам, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, күсмә асфальтобетон заводын да ебәрҙе. Бөгөн Башҡортостан эшселәре көсө менән Красный Лучта ике саҡырымлыҡ һыу үткәргес модернизацияланған. Торлаҡ йорттарҙы, социаль объекттарҙы тергеҙеү, юлдарҙы ремонтлау дауам итә.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпкә ярҙам
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпкә ярҙам