Башҡортостан игенселәре тәүге миллион тонна ашлыҡ урып алған. Ә был баҫыуҙарҙың биштән бер өлөшө генә. Ураҡ кампанияһы барышы тураһында төбәк башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҙҙы. Быйылғы йыл бигерәк тә уңышлы, ти ул. Хатта Урал аръяғына да ла, төньяҡ урман-далаһында ла иген уңған. Республикала әлегә иң юғары уңыш алыусы лидерҙар – ул Стәрлетамаҡ һәм Илеш райондары. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тонна иген йыйып алырға планлаштыра. Был һан һуңғы йылдарҙағы күрһәткестәрҙән юғары һәм республикала аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.
Миллион тонна ашлыҡ
Миллион тонна ашлыҡ