Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе арта.

Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе арта.

Йыл башынан 45 янғын сығанағы теркәлгән һәм уларҙа 292 гектар самаһы майҙан зыян күргән. Ошо йәһәттән республиканың урман хужалығы министрлығы белгестәре авиакүҙәтеүгә алып бара. Республиканың урман хужалығы министрлығының диспетчер үҙәгенә көнөнә 50-нән ашыу янғын тураһында шылтыратыуҙар килә. Белгестәр билдәләүенсә, йышыраҡ Урал аръяғы райондарынан. Республиканың айырым райондарында күпселек осраҡта йәшендәр ҡоро һәм ямғырһыҙ була. Быйылғы миҙгелдә шул сәбәпле тоҡанған урман янғындары йыш теркәлгән. Шул йәһәттән урман хужалығы белгестәре тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү алып бара. Спутник һәм шылтыратыуҙар буйынса күҙәтеүҙән тыш белгестәр республиканың айырым райондарын авиакүҙәтеү аша тикшерә. Ҡуйы урманлы, таулы урындарға ғәҙәттә ябай техника инә алмай. Шуға ла янғын башланғанын һауанан ғына күреп, асыҡларға мөмкин. Республиканың Урал аръяғы райондарына айырыуса иғтибар ҙур бүленә. Йылайыр районында теркәлгән төтөн бер-нисә тиҫтә саҡырымдан күренә. Асыҡланыуынса, сүплек яна. Шулай ҙа, белгестәр тикшереп сығанаҡтың координатын Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер пунктына еткерергә тейеш. Урман янғынын төтөн төҫөнән дә айырырға мөмкин. Мәҫәлән, ылыҫлы урман янғанда, ҡара төҫтәге төтөн сыға, ҡайындың да төтөнө ҡуйы-ҡара була. Сүп-сар яҡҡан осраҡта, ғәҙәттә, аҡ төтөн күтәрелә. Әммә барыбер шул урынға барып етеп, тикшереп, хәлгә тулыһынса асыҡлыҡ индереү хәйерлерәк. Быйыл Башҡортостанда авиация патруленең бер-нисә маршруты раҫланған, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 5 мең километрға яҡын. Уҙған йылдағы янғындарҙан һуң, быйыл белгестәр көсәйтелгән режимда эшләй. Август һәм сентябрь айҙарында һауа торошоноң ҡоро һәм эҫе тороуы ошондай уҡ хәлгә килтереүе ихтимал. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә республиканың айырым райондарында өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе класс янғын хәүефе иғлан ителгән. Белгестәр, республика халҡын ут менән һаҡ булырға саҡыра.