“Патриот” паркында спорт ярыштары уҙҙы. Республика дәүләт һәм миниципаль органдары етәкселәре үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре менән “Геройҙар ярышы” ҡаршылыҡтар һыҙатында үҙ көсөн һынаны Сара Башҡортостан башлығы инициативаһы менән физкультурниктар көнөндә ойошторолдо. Кукурузник — бәләкәй һауа транспорты, ике километр алыҫлыҡтан осһа ла әллә ни күренмәй. Ә унан һикергән кешеләрҙе парашюттары асылып ергә етеп килгәндә генә танырлыҡ. Был спортсыларҙың сығышы байрам сараһында иң сағыу өлөшө булды. 8 тапҡыр чемпион Алексей Буренин халыҡ йыйылған майҙандың уртаһына ғына килеп төштө. “Патриот” паркында ошондай сағыу сығыш менән физкультурник көнөнә бағышланған сара башланды. Программа бай йөкмәткеле һәм иғтибар үҙәгендә “Геройҙар ярышы” ине. “Геройҙар ярышы” сараһын йәрәбә буйынса Хәйбулла районы хакимиәте беренсе старт алды. Барыһы 108 команда уҙышты. Спортсылар бөтәһе лә спорт кейемендә. Ҡаршылыҡ һыҙығында район һәм ҡала хакимиәттәренән, төрлө министрлыҡтарҙан һәм муниципалететтарҙан түрәләр үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре менән бер командала сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар һыу ҡаршылыҡтары, юғары стеналар, ҡоймалар, ер аҫты тоннелдәре, канаттар, траншеялар, сәнсекеле тимер сыбыҡтар аша үтте. Был яһалма бассейндың тәрәнлеге 3 метр ярым. Бейектән һикереп йөһҙөп сығырға кәрәк. Һуңынан бассейндың төбөндә ысыҡынып ҡалған әллә күпме юғалған әйберҙәр ҙә табыла. Бер ҡыҙ үҙе лә саҡ батмай, инструктор ярҙамға килә. Баҡтиһәң, Ейәнсура районы башлығы сәркәтибе Светлана йөҙә белмәгән. Уҙыш маршруты билдәле физик әҙерлекте генә түгел, ә командала эшләү таһыллығын да талап итте. Ҡаһы бер урындарҙа иптәшеңдең йәиһә инструктор ярҙамы кәрәк булды. Командалар берҙәм тырышлыҡ менән ҡулға-ҡул тотоношоп финишҡа барып етте. Барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр ташрылды. Беренсе һәм икенсе урындар билдәләнмәне, дуҫлыҡ еңде.
Геройҙар ярышы
Геройҙар ярышы