«Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс 2020 йылда ойошторолғайны. Традицион милли кейемдең үҙенсәлегенә иғтибарҙы йүнәлткән иң ҙур проекттарҙың береһендә ҡатнашыр өсөн милли кейем һәм биҙәүестәр етештергән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистар, кейем тегеү буйынса ательелар, ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Ғаризалар 1 сентябрға тиклем ҡабул ителәсәк. Конкурсты йомғаҡлау, еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы бүләкләү 14 декабргә ҡаралған.
«Тамға» конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә
«Тамға» конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә