Өфөлә көн һайын инспекторҙар йәшерен рейд алып бара

Тулыраҡ: Өфөлә көн һайын инспекторҙар йәшерен рейд алып бара

Улар автомобилдәрҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы видеоға төшөрә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы был сара юлдарҙа тәртип урынлаштырырға һәм ҡанундарҙы инҡар иткән водителдәрҙе асыҡларға ярҙам итә, тип билдәләй.

Был автобус водителен бушҡа туҡтатманылар. Ул быға тиклем бер һыҙаттан икенсе һыҙатҡа күскәндә юл ҡағиҙәһен боҙҙо. Инспекторҙарҙа ошо хаҡта видеояҙма ла бар. Ярты йыл инде йәшерен патруль республика юлдарында ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлай.

Полиция капитаны Олег Горшков билдәләүенсә, йәшерен рейдтар яҡшы һөҙөмтә бирә. Инспекторҙар әйтеүенсә, камералар булмаған урындарҙа, ғәҙәттә, водителдәр үҙҙәрен тәртипһеҙ тота. Мәҫәлән, Өфө юлдарында автоһәүәҫкәрҙәр йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдарҙан йөрөй, бер һыҙаттан икенсе һыҙатҡа күскәндә ошо турала башҡа водителдәрҙе иҫкәртмәй һәм башҡалар.

Көн һайын Өфө юлдарында ғына 8 йәшерен экипаж эшләй. Ҡанун буйынса, улар юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы туҡтатмай, ә яҡында урынлашҡан постҡа хәбәр итә. Бәхәс килеп тыуһа, инспекторҙар видеояҙманы күрһәтә.

Шул уҡ ваҡытта, барыһы ла йәшерен рейдтарҙы өнәп етмәй. Автоһәүәҫкәрҙәр билдәләүенсә, бындай алым юлдарҙа ҡатмарлыҡтар һәм бәхәс тыуҙыра, бынан тыш, ришәүәтселеккә килтереүе ихтимал. Әммә, белгестәр әгәр водителдәр йәшерен патруль эшләгәнен белһә, улар үҙҙәрен тәртипле тота, тип билдәләй. Көн һайын инспекторҙар бындай рейдтар барышында тиҫтәләгән юл ҡағиҙәһен боҙоу осраҡтарын асыҡлай. Киләсәктә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары ябай кейемдә лә видеокүҙәтеү алып барыуы ихтимал. Һәр йәһәттән Мәскәү белгестәре ошондай тәҡдим менән сыҡҡан.