Бөгөн Берҙәм Рәсәй сәйәси паритяһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында Рөстәм Хәмитов шулай тип белдерҙе.
Республика башлығы фекеренсә, ил парламентында Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлаусылар тәү сиратта халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү сараларын күрергә һәм төбәктең үҫешенә булышлыҡ итер ҡарарҙарға етди иғтибар бирергә бурыслы. Етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙы үткәреү өсөн республикала бер мандатлы биш һайлау округы ойошторолған. Партия исемлектәре буйынса 12 кандидат депутатлыҡҡа дәғүә итә. Зариф Байғусҡаров менән Инга Юмашева бөгөнгө конференцияла үҙ бурыстар программаһын партия ағзалары ҡарамағына сығарҙы.