Антиматдәләр һанын тикшертегеҙ ҙә - вакцина ҡаҙатығыҙ

Антиматдәләр һанын тикшертегеҙ ҙә - вакцина ҡаҙатығыҙ

Республикала коронавируслы инфекцияға бәйле хәл тотороҡло, әммә сентябрь аҙағы-октябрь башына сирлеләр һанының артыуы күҙаллана. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сәләмәтлекте көнэлгәре хәстәрләргә саҡырҙы. Оператив кәңәшмәлә тәү сиратта тыңланған оператив мәғлүмәттәр исемлеген һаулыҡ һаҡлау министрлығы башланы. Төбәктә COVID-19 таралыу коэффициенты Рәсәйҙәге кеүек, 1,4. Хөкүмәт координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса сир йоҡтороу кимәле 65 процентҡа етте, тип белдерҙе министр вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин. Һаҡланыуҙың төп сараһы – вакцина. Бөгөнгә республикала вакциналанғандар һаны өс миллионға етеп килә. Ревакцинацияны 750 мең ярым кеше үткән. Физик күнегеүҙәр менән дә сәләмәтлекте нығытырға мөмкин икәне мәғлүм. Радий Хәбиров сынығыу һәм берҙәмлек рухын тәрбиәләгән “Герой уҙыштарына” республикала даими сара дәрәжәһен бирергә тәҡдим итә. Республика башлығы үткән шәмбе физкультурниктар көнө уңайынан ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашҡан дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. 24 сентябрҙә “Патриот” паркында Рәсәй чемпионаты планлаштырыла. “Герой уҙыштарына” юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары әҙерләнә. Совет баскетболы легендаһы Иван Едешкоға Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы яғынан Спорт һәм изге ихтыяр илсеһе бурысын алырға тәҡдим итеүе тураһында белдерҙе. 2023 йылда Өфөлә ике дәүләттең төбәк форумы көтөлә. Тап уның сиктәрендә мәктәп спорт уйындары ойоштороласаҡ. Рәсәй яғынан спорт илсеһе вазифаһы олимпия уйындарының өс тапҡыр чемпионы Ирина Роднинаға тапшырылған. Мәктәптәрҙә директорҙың патриотик тәрбиә буйынса кәңәшселәре вазифаһына иһә Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында тәжрибә туплаған яҡташтарыбыҙҙы йәлеп итергә саҡырҙы. Оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе ефрейтор Эдуард Әхмәтовҡа батырлығы өсөн Президент Указы менән бирелгән Жуков орденын тапшырҙы. Белем биреү йорттарында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙе дәүләт флагы күтәреү менән гимн башҡарыу йолаһынан башларға ҡарар ителгән. Был мәсьәлә буйынса һорауҙар юҡ. 1 сентябргә мәктәптәрҙә капиталь ремонт та тамамланырға тейеш. Ә игенселәрҙең эше һуңғы көҙгә тиклем дауам итә. Вице-премьер Илшат Фазрахманов белдереүенсә, бөгөнгә 1 миллион 338 мең тонна ашлыҡ йыйып алынған. Аграрийҙар мал аҙығы әҙерләү, ураҡ һәм ужым сәсеү эштәрен бер юлы алып бара. Алдынғылыҡты Стәрлетамаҡ эшсәндәре бирмәй. Әйткәндәй, ауыл хужалығы тауарҙары һәм аҙыҡ-түлекте сит илгә һатыу күләме артҡан. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, 2022 йылдың беренсе яртыһында дөйөм тышҡы сауҙа әйләнеше 19, экспорт күләме 25 процентҡа күтәрелгән. Башҡортостан тәү сиратта Ҡытай, Ҡаҙағстан, Төркиә, Үзбәкстан, Белоруссия менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Төркиә менән Иранға бизнес-миссия ойоштороу көтөлә. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров шулай уҡ йыл аҙағына тиклем юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге программаһын булдырырға ҡушты, төбәктә “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһын бойомға ашырыу барышына баһа бирҙе.