Республика дауаханаларында Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған сит ил студенттары эшләй. Йәйге осор улар өсөн файҙалы үтә, сөнки олпат, билдәле табиптарҙа тәжрибә үтә улар. БДМУ-ла барыһы 12 меңдән ашыу студент белем ала. Быйыл 2000-гә яҡын студент тыуған иленә ҡайтмай Башҡортостанда йәйге каникулға ҡалған. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Раджендра Касана 5-се курсты тамамлап, йәйге каникулда Языков район дауаханаһында эшләй. Буласаҡ ультратулҡын ярҙамында тикшереү табибы тәжрибәле остазы әйткәндәрҙең барыһын да тыңлап өйрәнеп бара һәм үҙе лә тикшереү үткәрә. Раджендра Һиндостандан. Тыуған яғына һирәк ҡайта, шуға ла Башҡортостан уның өсөн бик тә яҡын, урындағы халыҡ алсаҡ һәм мәрхәмәтле, ти егет. Чандреш та Һиндостандан. Массаж серҙәренә тыуған яғында өйрәнә һәм Өфөлә лә уҡып сертификат алған. Пациенттар йәш массажсы менән ҡәнәғәт. Алик Әйүпов ике ай элек инсульт кисерә, үҙенең шулай тиҙ терелеп сығыуына ышанмай ҙа. Чандреш массаж ярҙамында Алик Хәниф улын аяҡҡа баҫтыра. Языков үҙәк район дауаханаһында төрлө илдән – Һиндостан, Тажикистан, Индонезиянан 11 студент урындағы медицина белгестәренән тәжрибә туплай. Флүр Мөнир улы офтальмолог, ул да үҙ ҡанаты аҫтына йәш студентты алған. Йәштәрҙе өйрәтергә һәр саҡ әҙербеҙ, ти тәжрибәле табип. Пациенттар бер аҙ баҙап ҡалһа ла, эргәлә уларҙы өйрәтеүсе табиптар булғас, үҙҙәренең дауаханаһына ла ошондай йәштәр кәрәклеген белдерҙе. Сит ил студенттарына эш биреү — Языков район үҙәк дауаханаһында тәүге тәжрибә. Дауаханаға сит ил граждандарының килеүен ишеткәс, Даръя йәһәт кенә танышырға була. Сит телдәрен өйрәнгән ҡыҙ инглиз телен яҡшыртыу өсөн Индонезиянан уҡырға килгән Аделина менән буш ваҡыттарын уҙғара. Башҡорт дәүләт медицина университетына сит илдәрҙән килгән 2000-гә яҡын студент йәйге каникулға Башҡортостанда ҡала. Буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү маҡсатында быйыл улар өсөн яңы программа төҙөлә. Студенттар практиканан һуң республика дауаханаларына эшкә урынлаштырыла. БДМУ ректоры Валентин Павлов үҙе лә операция ваҡытына студенттарҙы йәлеп итә. Һәр буласаҡ табипҡа теорияны уҡыуҙан тыш, практикала тәжрибә туплау күпкә яҡшыраҡ. Әле Языков, Благовещен, Шишмә, Учалы, Үрге-Тәтешле районы һәм Туймазы, Өфө ҡала клиник дауаханаларында 30-ға яҡын сит ил гражданы рәсми рәүештә эшкә урынлаштырылған. Киләһе йылдарҙа ла был тәжрибә дауам итәсәк һәм сит ил студенттары фельдшер пункттарында ла эшләйсәк. Республика дауаханаларына 1 курстан 6 курсҡа тиклем студенттар йәлеп итеү ҡаралған. Эшкә урынлашасаҡ студенттарҙың барыһының да Медицина хеҙмәткәре сертификаты булырға тейеш.
Йәш студенттарға тәжрибә, ә урындағы халыҡҡа телде өйрәнеү
Йәш студенттарға тәжрибә, ә урындағы халыҡҡа телде өйрәнеү