Хаҡтарҙы барлап

Хаҡтарҙы барлап

Һуңғы аҙна-ун көн эсендә аҙыҡ-түлеккә, ауырыуса миҙгел йәшелсә, емешенә хаҡтарҙың бер аҙ төшөүе күҙәтелә. Был Росстат баҫып сығарған рәсми мәғлүмәт. Ысынында хаҡтар үҙгәргәнме? Башта ҡала гипермаркеттарына юл тоттоҡ. Рәсми мәғлүмәт буйынса аҙыҡ-түлеккә хаҡтар бер аҙ төшкән тип баһалана, әммә халыҡ был үҙгәреште һиҙмәй. Ҡәһүә, сәйҙәргә, мәҫәлән, хаҡтарҙың 30 процентҡа артыуы күҙәтелә. Магазин хеҙмәткәрҙәре уларҙы акциялар ярҙамында көйләргә тырыша. Шулай уҡ урындағы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре менән эшләү хаҡтарҙы бер кимәлдә тоторға ярҙам итә, ти улар. Социаль әһәмиәткә эйә тауарҙарға хаҡтар тотороҡло һаҡлана. Ә бына миҙгелгә бәйле булғандарына хаҡтар бер аҙ төшкән. Кишер 39 һум 90 тин , сөгөлдөр 23 һум 90 тин, кәбеҫтә 20 һумға. Миҙгел йәшелсәһе, ысынлап та арзанайған. әммә һаман баҙар хаҡынан юғарыраҡ. Болгар боросо, мәҫәлән, гипермаркетта 80 һум булһа, баҙарҙа ул 30 хумдан да артмай. Бер аҙна эсендә генә миҙгел йәшелсә хаҡтар 20 процетҡа төштө, ти баҙар һатыусылары. Был емеш-еләккә лә ҡағыла. Ә бына киптерелгән емеш-еләк, сәтләүек хаҡы миҙгелгә бәйле түгел. Шулай ҙа был категория тауарҙарына ла хаҡтарҙың ярайһы уҡ төшкәне һиҙелә. Был хәл доллар менән бәйле, ти һатыусылар. Өс ай элек киптерелгән өрөк хаҡы 70 процентҡа ҡиммәтерәк булған. Доллар төшөү менән хаҡтар ҙа көйләнгән. Арбуз хаҡы 20, ҡауындар 40 һумға еткән. Был еләктәргә хаҡтарҙың тағы ла арзанайыуы көтөлә. Экологик яҡтан таҙа йәшелсә эҙләгәндәр баҡсасылар баҙарына юл тота ала. Хәҙер бында һатыусылар өсөн дә бөтә шарттар булдырылған. Хаҡтары магазиндыҡынан бер аҙ юғарыраҡ булһа ла, тәм сифаты буйынса ситтән килтерелгәне менән сағыштырырлыҡ түгел. Татлы ла файҙалы ла.