Ун балалы әсәләргә – 1 миллион һум

Ун балалы әсәләргә – 1 миллион һум

Владимир Путин Рәсәйҙә “Герой-әсә” исемен тергеҙҙе. Ошо туралағы указға ил президенты 15 август ҡул ҡуйған. Уға ярашлы ун һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатындарға “Герой-әсә” тигән почетлы юғары исем һәм бер тапҡыр аҡсалата премия биреләсәк. Уның күләме – 1 миллион һум. Бының өсөн унынсы балаға бер йәш тулған, һәм ҡалған туғыҙы иҫән булырға тейеш. «Герой-әсә» — «Рәсәй Геройы» һәм «Хеҙмәт Геройы» исемдәре менән бер рәттән илебеҙҙә юғары исемдәр исемлегенә инәсәк. Был ҡарар әсәлек статусын һәм ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән.