Фән сәғәте

Фән сәғәте

Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең үҫеш мөмкинлектәре һәм төбәктә офтальмологик кластер булдырыу. Республика йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған “Фән сәғәте” форматындағы сираттағы кәңәшмәлә ошо мәсьәләләр ҡаралды. Башҡортостан башлығының фән һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов хәбәр итеүенсә, “Ғилми-мәғариф үҙәк идарасы компанияһы” автономиялы коммерция булмаған ойошма Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы булдырыу буйынса инвест проекттар һайлап алыуға ғариза әҙерләгән. Конкурс һөҙөмтәһендә проектты бойомға ашырыуға федераль үҙәк бирәсәк финанслау күләме билдәле буласаҡ. Шулай уҡ, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостанда офтальмология кластерының үҫеш мөмкинлектәрен барланы.