Уҡыу йылы башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ата-әсәләр кибеттәрҙәге ҡиммәтләнгән әйберҙәре күреп шаҡ ҡата. Ошо йәһәттән прокуратура хеҙмәткәрҙәре һатыуҙа булған мәктәп формаһына һәм уҡыу кәрәк-яраҡтарына хаҡтарҙы тикшерҙе. Улар беренсе сентябрь алдынан артҡанмы? Күп бала әсәһе Гүзәл Ғүмәрованы хаҡтарҙың артыуы ғына түгел, ә кейемдәрҙең сифатһыҙ булыуы ла борсой. Ете баланың дүртәүһе мәктәп уҡыусыһы, тимәк уларҙы уҡырға әҙерләү өсөн сығымдар ҙа байтаҡ ҡына. Башҡортостан статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса беренсе синыфҡа барыусы ҡыҙҙарҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн – 27 мең һум, ә малайҙар өсөн 22 мең һумдан ашыуыраҡ аҡса сарыф итергә кәрәк буласаҡ. Яңы уҡыу йылы алдынан мәктәп тауарҙары, уҡыу формаларына хаҡтарҙың ҡапыл күтәрелеүе сәбәпле ата-әсәләрҙән күп ялыуҙар булған. Шуға республикабыҙҙа прокуратура ла тикшереүҙәр уҙғара. Һатыусылар әйтеүенсә, быйыл мәктәп костюмдары былтырғыға ҡарағанда 500 -700 һумға ҡиммәтерәк. Йыл дауамында канцелярия тауарҙарына ла 18 ярым процентҡа хаҡ күтәрелгән. Шаҡмаҡлы дәфтәрҙең иң арзанын 4 һумға, көндәлектәрҙе 49 һумға һатып алырға мөмкин. Мәктәп кәрәк-яраҡтарына хаҡтың күтәрелеүен күргән осраҡта прокуратураға хәбәр итеүҙәрен дә һорайҙар. Ялыуҙарҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса махсус саралар күреләсәк.
1 сентябрь алдынан хаҡтар артҡанмы?
1 сентябрь алдынан хаҡтар артҡанмы?