Емерелеп барған балкондар, ямғыр үткәргән түбәләр, күк баҫҡан диуарҙар. Өфөнөң Беренсе май урамында урынлашҡан йорттарҙың береһе авария хәлендә. Урындағы халыҡ оҙаҡ йылдар инде капиталь ремонт эшләтә алмай. Баҡтиһәң, бина «Сталин ампиры» стилендә төҙөлгәндәр исемлегендә. Тимәк, ул тарихи-мәҙәни мираҫ объектына инеүе ихтимал. Тикшереү эше үткәреп, белгестәрҙән рөхсәт алмайынса, йортта ремонт уҙғарыу ярамай икән. Балконынан ҙур ғына бетон киҫәге һынып ергә килеп төшкән төндө Евгения ҡото осоп иҫкә ала. Емерелеп барған конструкцияны ҡалын арҡан менән бәйләп ҡуйыу ҙа ярҙам итмәгән. Ярай, әле бер кеше лә йәрәхәтләнмәне, ти ҡатын. Беренсе май урамында урынлашҡан 28-се йорттағы барлыҡ балкондар ҙа шундай хәлдә тиерлек. Емерелеп барған бина эргәһенән үтеп барыусылар өсөн генә түгел, унда йәшәүселәргә лә хәүеф менән янай.Фатир эсендә таш яуған төҫлө. Тәүге тапҡыр түбә киҫәге ҡойолоп төшкән көндө ҡурҡыштан хатта йорттан сығып ҡастыҡ, тип иҫләй Мария Мамедова. Бүлмәләрҙән күгәрек, дым һәм саң еҫе килә. Түбәнән ямғыр үтә, диуарҙарҙы күк баҫа, юғары дымлылыҡтан йыш ҡына электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы була. Ремонт эшләүҙән фәтеүә юҡ, ти фатир хужалары. Баҡтиһәң, төп бәлә – йорттоң ҡыйығында. Өрлөк, таҡталар, шифер – барыһы ла таушалып, сереп бөткән. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, төҙөлгәндән алып йорттоң ҡыйығы бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән. Бында ошондай асыҡ тәҙрәләр һәм бихисап ярҡтар аша ямғыр һәм ирегән ҡар һыуҙары үтеп инә. Һөҙөмтәлә, аҫтағы фатирҙарҙы тәүге ҡатҡа тиклем һыу баҫа. Оҙаҡ йылдар яңартылмаған йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системалары ла иҫкергән. Серек торбаларҙан һыу аға. Ярҙам һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, ти йорттоң рәйесе Александр Филатов. Йылдар дауамында уларҙың мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡала. Мария Мамедова 2005 йылда уҡ атаһы яҙған хаттарҙы табып алған. Тимәк, мәсьәлә шул йылдарҙан алып хәл ителмәй килә. Ысынлап та, Беренсе май урамында урынлашҡан 28-се йорт «Сталин ампиры» стилендә төҙөлгән биналар исемлегенә ингәнгә күрә лә, Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ризалыҡ бирмәйенсә, бында ремонт эштәрен үткәрергә ярамай. Белгестәр әйтеүенсә, тикшереү эштәре ике ай самаһы дауам итә. Махсус комиссия һығымтаһынан һуң инде, урындағы халыҡҡа капиталь ремонт эштәре уҙғарыласаҡ йорттар исемлегенә инеүҙәрен көтәһе ҡала.
Авария хәлендәге йорт
Авария хәлендәге йорт