Аҡбуҙат” - рус телендә

Аҡбуҙат” - рус телендә

“Аҡбуҙат” журналы рус телендә махсус һан баҫтырып сығарҙы. Үҙенсәлекле ҡарарҙы редакция яҙылыу кампанияһын йәнләндерер өсөн түгел, ә Донбасс балаларына бүләк, булараҡ ҡабул итте. Республикала 30 йылдан ашыу нәшер ителгән милли баҫманың русса өлгөһө менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ҡыҙыҡһынды.

“Аҡбуҙаттың” тышҡы биҙәлеше үҙгәрешһеҙ, башҡорт телендәге атаманан һуң тик бер юл рус телендә. Хәйер, сағыу биттәр менән рәсемдәр мәғәнәһен аңлар өсөн телде камил белеү мотлаҡ түгел. Ҡанатлы толпарҙың тылсым эйәһе лә, ғәҙеллек өсөн көрәшкән батырҙың юлдашы ла икәне мөғжизә яратҡан ҡыҙҙар һәм малайҙарға яҡшы билдәле. Ә оҙаҡ йылдар тыныс тормошҡа өмөт бағлап көн итергә мәжбүр сабыйҙар өсөн балалар журналы үҙе үк мөғжизә. Бындай затлы бүләкте ғүмеренә күрмәгән Донецк балаларын “Аҡбуҙат” алыҫтағы Башҡортостан менән таныштырып ҡына ҡалмай, ә үҙҙәренә әҙәби-нәфис ижад итеү мөмкинлеген биргән. Журнал биттәрендә уларҙың хикәйәләре, хәтирәләре, шиғырҙары, рәсемдәре баҫылған. Һайлап алыуы оҙаҡ һәм ҡатмарлы булды, ти журналдың нәфис биҙәлеш редакторы. Махсус сығарылыштың һаны теүәл бер мең дана. Журналдар әлегә мөхәррир бүлмәһендә үҙ сәғәтен көтә. Махсус һанды баҫтырыуға сарыф итәлгән бар сығымдарҙы Республика Хөкүмәте үҙ иңенә алған. Туғандаш төбәккә ярҙам сараларының был бер өлөшө генә. Матбуғат йортоноң Полиграфия комбинаты журналдың өҫтәмә һанын графиктан тыш, ял көндәрендә баҫтырған. Рус телендәге һандың исем туйына редакцияның тотош республика буйынса хеҙмәттәшлек иткән дуҫтары бүләктәр юллаған. Махсус сығарылыштың күләме ғәҙәттәге һандан икеләтә артыҡ. Уны йыйыр өсөн ваҡыт та, тырышлыҡ та икеләтә күберәк талап ителде, ти авторҙар. Эш мәғлүмәт йыйыуҙа ғына ла түгел. Был һан күңел ҡылдарының иң нескәһенә ҡағылған. Мәҡәләләрҙең эстәлеге тетрәндерҙе, тип хәтерләй баш мөхәррир. Донбасс фәрештәһенең юлъяҙмалары тураһында ул әле лә тулҡынланмай һөйләй алмай. “Аҡбуҙаттың” руссаһы әлегә бер махсус һан менән сикләнһә, киләсәктә журнал, уҡыусылар талабы булһа, башҡа үҙенсәлекле тәҡдимдәрҙе лә ҡарарға әҙер.