Ял көндәрендә бында көслө ел ағастарҙы һындырҙы. Зыян күләме билдәле түгел. Шаһиттар күргәндәре менән социаль селтәрҙә бүлешә. Кемдер ҡала эргәһендә сыҡҡан ҡойондо ла фотоға төшөрөп алған. Әммә күптәр быға ышанмай. Башҡортостан өсөн бындай тәбиғәт күренеүе ғәҙәтигә әйләнеп бара. Быға тиклем Борай районы Шабай ауылында, Ишембай районы Аҙнай ауылында көслө дауылдан бер-нисә йорт һәм социаль объект зыян күргәйне. Былтыр Саҡмағош. Кушнаренко райондарында беҙҙең яҡтар өсөн бик һирәк күренеш-ҡойон ҡоторҙо.
Салауат ҡалаһында бөгөн ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә
Тулыраҡ: Салауат ҡалаһында бөгөн ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә