Нәҫел ептәрен барлап, уларҙың йорто янына туғандар бергә йыйылды. Фәриҙә Ситдиҡова Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған мөғәллим ике йыл элек үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашыра башлаған. Ул әсәһе яғынан нәҫеленең шәжәрәһен төҙөй башлаған. Фәриҙә апай Көсөк ауылында килеп туғандарын таба. Ҡорҙа бер юлы дүрт яугир үҫтергән йортҡа таҡтаташ ҡуйырға ҡарар ителә. Әлбиттә, был бер кешенең генә көсөнән килерлек эш түгел, ти Фәриҙә ханым. Тулҡынландырғыс мәл – таҡтаташ асыуҙа, яугирҙарҙың бүлә-бүләсәләре лә ҡатнашты. Ошо сараға арнап шиғыр яҙыусылар ҙа булды. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй туғандар бергәләп Таһировтар йәшәгән йортто ипкә килтерә, нәҫел ептәрен берләштергән шәжәрә китабын нәшер итергә өлгәшә. Гвардия подполковнигы, комбриг Зияф Таһиров алты орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Тыуған ауылында Муса Мортазин музейында уға арнап мөйөш булдырылған. Ил азатлығы өсөн көрәшкән, башын һалған яугирҙарын халыҡ онотмай.
Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында бер юлы дүрт бер туған яугирға таҡтаташ асылды
Тулыраҡ: Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында бер юлы дүрт бер туған яугирға таҡтаташ асылды