Башҡортостанда яңы уҡыу йылын бөтә мәктәптәр ҙә санитар талаптар үтәлеше буйынса юғары әҙерлек режимында башлай. 1 сентябрҙән белем усаҡтарында КОВИД19 таралыуына юл ҡуймау өсөн саралар күреләсәк.
За кадром. Был турала Хөкүмәт Оператив кәңәшмәһендә әйтелде. Мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, уҡыу йылы алдынан һәр учреждениела дезинфекция саралары башҡарыла, ковид инспекторҙар исемлеге төҙөлә, шулай уҡ уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялау хәстәрләнә. 1 аҙна эсендә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны 46 процентҡа артҡан. 1 тәүлек эсендә 256 кешегә был диагноз ҡуйылған. 166 пациент дауахана, госпиталдәрҙә ята, уларҙың күпселеге 60 йәштән ололар. Ревакцинация буйынса 25 район планды үтәгән тиелде кәңәшмәлә. Планға ҡарата халыҡтың 81 проценты ҡабаттан привика яһатҡан. Премьер-министр Андрей Назаров ревакцинацияны оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа саҡырҙы.