Ирекмән-хәрбиҙәрҙең тылын һаҡлайбыҙ

Ирекмән-хәрбиҙәрҙең тылын һаҡлайбыҙ

Ирекмән батальоны ағзаларының ғаиләләре һәр яҡлап ярҙам күрә. Муниципалитет етәкселәре уларҙың исемлеген яҡшы белә һәм мохтажлыҡ тураһында мөрәжәғәт көтмәй. Ҡала һәм район башлыҡтарына ошондай йөкләмәне Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәләренең береһендә еткергәйне.

Әсәйгә гөлләмә, уҡыусыларға яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары, бәләкәскә — уйынсыҡ. Көтөлмәгән иғтибарҙан ханым да, балалар ҙа юғалып ҡалған шикелле. Бөгөн улар бары мәктәп менән танышырға килгән. Өфөгә күсенеүҙәренә лә күп түгел.

Башҡаланың Калинин районында атайҙары Башҡортостан ирекмән батальонында хеҙмәт иткән балалар һаны егермегә яҡын. Белем биреү учреждениелары улар тураһында хәбәрҙар. Һәр балаға талап ителгән ярҙам күрһәтелә.

Ирекмән һалдаттарҙың ғаиләләрен айырым ҡурсалау зарурлығы тураһында республика башлығы белдерҙе. Оператив кәңәшмә барышында ла, батальон ағзалары менән хәрби әҙерлек урынындағы осрашыуҙар мәлендә лә. Радий Хәбиров ирекмәндәрҙең беренсе, Шайморатов исемендәге, батальонды оҙатыу тантанаһында уҡ вәғәҙә бирҙе.

Һалдаттарға өйҙә ҡалған өлкән йәштәге ата-әсәһе өсөн дә борсолорға тура килмәһен өсөн бар тырышлыҡ һалынған. Шаран районында һалдат атаһына утын килтергәндәр. Яңғыҙ йәшәгән ауылдашына урындағы эшҡыуар ярҙам иткән.

Ауыл хакимиәте һалдат атаһының һаулығын да хәстәрләргә вәғәҙә бирә. Был ауылдан ирекмән батальонында өс егет хеҙмәт итә. Барыһының да ғаиләһе айырым иғтибарға алынған