Рәсәйҙә “Герой әсә” маҡтаулы исеме тергеҙелде

Рәсәйҙә “Герой әсә” маҡтаулы исеме тергеҙелде

Был туралағы ҡарарға 15 августта ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Юғары награданы алыу өсөн ниндәй шарттар үтәлергә тейеш? Кемдәр Герой әсә исеме һәм бер миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамына дәғеүә итә ала?

“Балалар күбәйеү менән һөйөү ҙә арта. Ғаилә нығына!” — был һүҙҙәрҙе әйткән ваҡытта күп балалы әсәнең йөҙө нисек нурланыуын күрһәгеҙ. Дүрт ай элек Альбина Хәйҙәршина 13-сөгә әсәй булған.

Өҫтәл артында ғына күпме бала, ә бер нисәүһе әле өйҙә түгел. Өлкәндәре күптән айырым йәшәй. Баш бала, Элитаға 29 йәш. Ул үҙе инде ике бала әсәһе. Ғаилә башлығы, Винер эштә. Ул күп эшләй һәм ялдарға ғына ҡайта.

Иптәше юҡта Альбинаға бойоғоп ултырыр ваҡыт ҡалмай. Йорт-ҡура эштәренән тыш һәр балаға айырым иғтибар кәрәк.

Хәйҙәршиндарҙың балалары төрлә яҡлап үҫешә. Мәктәп, балалар баҡсаһынан тыш түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр. Артур юғары уҡыу йортон тамамлағандн һуң атаһы менән бергә эшләй. Әлмир ҙә юғары белем алып, хәҙер әрме сафтарында хеҙмәт итә. Ә Айгиз – йырсы.

Өфө сәнғәт училищеһының һуңғы курсына уҡырға бара быйыл егет. Йырлай башлауы – әсәһенең ҡаҙанышы. Ул үҙ ваҡытында Айгиздең йырға һәләтен күреп, ошо йүнәлештә үҫтергән.

Әсәйҙәренең иң яҡшыһы булыуын бер туҡтауһыҙ әйтеп кенә тора балалар. Хөкүмәт тә Альбина Хәйҙәршинаны тиҙҙән “Герой әсә” исеме менән бүләкләр. Был маҡтаулы исем илдең иң юғары ике наградаһы – “Рәсәй геройы” һәм “Хеҙмәт геройы” исемдәре менән бер кимәлдә. Уны 10 һәм унан күберәк бала табып үҫтергән әсәләргә тапшыралар.

Әлеге ваҡытта республикала 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 60-лап ғаилә барлығы билдәле. Уларҙың күберәк булыуы ла ихтимал. Шулай ҙа юғары исем имен ғаилә ҡороуға өлгәшкән, тормош иптәше, үҙе, балалары хөкөмһөҙ булған әсәләргә генә бирелә.

Хәйҙәршиндар ғаиләһе күптән өлгөлө тип танытҡан үҙҙәрен. 2014 йылда Альбина һәм Винер Владимир Путин ҡулынан “Ата-әсәлек даны” ордены менән бүләкләнә.

Альбина үҙен герой тип иҫәпләмәй. Уның фекере – Рәсәйҙең лайыҡлы гражданиндарын тәрбиәләү геройлыҡ түгел, ә һәр бер ата-әсәнең бурысы.