Башҡортостанда бөгөндән урманға автомобилдә инеү сикләнә

Башҡортостанда бөгөндән урманға автомобилдә инеү сикләнә

Аномаль эҫегә бәйле Урман хужалығы министрлығы ошондай ҡарар сығарҙы. 23 августан алып 5 сентябргә тиклем республика биләмәһендә урманға техникала инеү тыйыла. Был ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында эшләнә. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 13 муниципалитетта 4 класс урман янғындары хәүефе һаҡлана, шул иҫәптән Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Иглин, Саҡмағош, Яңауыл райондары. 18 муниципалитетта янғын сығыуҙың иң юғары – 5 классы теркәлгән. Унда көнъяҡ, төнъяҡ-көнбайыш, үҙәк райондар инә. Шул уҡ ваҡытта синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа температураһы ның 31 градусҡа тиклем эҫетәсәге хаҡында белдерҙе.